Matthew 27:11-14
Ғайса Пилатос алдында
(Мрк 15:2-5; Лк 23:2-5; Ях 18:29-38)
11Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. 12Баш ҡаһиндарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул яуап ҡайтарманы. 13Шунда Пилатос: – Үҙеңә ҡаршы әйтелгән был тиклем ғәйепләүҙәрҙе әллә Һин ишетмәйһеңме? – тип һораны. 14Ғайса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Идарасы быға бик ғәжәпләнде.
Copyright information for
BakIBT2023