Matthew 27:15-26
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
(Мрк 15:6-15; Лк 23:13-25; Ях 18:39–19:16)
15Идарасының бер ғәҙәте бар ине: ул һәр Ҡотҡарылыу байрамында халыҡтың теләге буйынса бер тотҡондо азат итә торғайны. 16Ул дәүерҙә яманаты киң таралған Бараббас исемле бер тотҡон бар ине. 17Халыҡ йыйылғас, Пилатос уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Бараббастымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны. 18Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. 19Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе. 20Баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар иһә, Бараббасты иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 21Идарасы халыҡтан тағы: – Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – тип һораны. – Бараббасты, – тинеләр. 22– Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан. 23– Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – тип һораны ул. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ аҡырҙылар. 24Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине. 25– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә. 26Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023