Matthew 27:32-44
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
(Мрк 15:21-23; Лк 23:26-31; Ях 19:17)
32Юлда улар Шимғон исемле Курене кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 33Голгоҫа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс, 34 aҒайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Ғайса уны тәмләп ҡараны, әммә эсергә теләмәне. 35 bҒайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар 36һәм шунда Уны һаҡлап ултырҙылар. 37Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. 38Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 39 cҮтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр: 40– Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан! 41Шулай уҡ ҡанун белгестәре, аҡһаҡалдар һәм баш ҡаһиндар ҙа Ғайсаны мыҫҡылланы: 42– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ! 43 dУл Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит. 44Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.
Copyright information for
BakIBT2023