Matthew 27:45-56
Ғайсаның үлеме
(Мрк 15:33-41; Лк 23:44-49; Ях 19:28-30)
45 aКөн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 46 bСәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән: – Эли, Эли, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» тигәнде аңлата. 47Яҡында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ильясты саҡыра, – тинеләр. 48Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. 49Бүтән кешеләр быға: – Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр. 50Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе. 51 cШул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды, 52ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. 53Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Йәрүсәлим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе. 54Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө. 55Унда булған хәлдәрҙе йыраҡтан ҡарап торған бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға хеҙмәт итеү өсөн Галилеянан алып эйәреп йөрөгәйне. 56Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуп менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәйос улдарының әсәһе бар ине.
Copyright information for
BakIBT2023