Matthew 28:1-8
Ғайсаның үленән терелеүе
(Мрк 16:1-8; Лк 24:1-12; Ях 20:1-18)
1Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән башҡа Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. 2Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы. 3Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине. 4Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлек кеүек ҡатып ҡалды. 5Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм. 6Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ. 7Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул. 8Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.
Copyright information for
BakIBT2023