‏ Matthew 28:16-20

Шәкерттәр нимә эшләргә тейеш

16Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. 17Ғайсаны күргәс, Уға сәждә ҡылдылар, әммә ҡайһы берәүҙәре шикләнде. 18 aҒайса уларҙың янына килеп былай тине:

– Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
19Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, 20һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.

Copyright information for BakIBT2023