‏ Matthew 3:13-17

Ғайсаның һыуға сумдырылыуы

(Мрк 1:9-11; Лк 3:21-22; Ях 1:32-34)

13Шул мәлдә, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылырға тип, Ғайса Галилеянан Иордан йылғаһына килде. 14Яхъя:

– Һыуға мине Һин Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.

15– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса.

Яхъя быға риза булды.
16Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күк ҡабағы асылып китте лә Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшкәнен күрҙе. 17 aКүктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

Copyright information for BakIBT2023