‏ Matthew 4:1-11

Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе

(Мрк 1:12-13; Лк 4:1-13)

1Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте. 2 aТәғәм ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. 3Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп:

– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.

4 b– «Кеше икмәк менән генә түгел, Алла әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.

5Шунан һуң Иблис Уны Йәрүсәлимгә – изге ҡалаға алып килеп, Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы.

6 c– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан, – тине ул Ғайсаға. – Сөнки Изге Яҙмала:

«Алла Үҙенең фәрештәләренә
Һинең турала бойороҡ бирер:
аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй,
улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр», –

тип яҙылған бит.

7 d– Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса.

8Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:

9– Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.

10 e– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.

11Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте.

Copyright information for BakIBT2023