Matthew 4:12-22
Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
(Мрк 1:14-15; Лк 4:14-15)
12Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды. 13Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты. 14Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: 15 a«Эй Зевулун ере, Нафтали ере,диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр!
Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!
16Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе.
Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».
17Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
(Мрк 1:16-20; Лк 5:2-11; Ях 1:35-42)
18Галилея күле буйлап китеп барғанда Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петрус тип аталған Шимғон менән Әндриасты күрҙе. 19– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар ▼▼ Кеше аулаусылар – Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра.
итермен, – тине Ғайса уларға. 20Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 21Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы. 22Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.
Copyright information for
BakIBT2023