‏ Matthew 5:3-12

3 a– Рухи яҡтан ярлылар бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
4 bХәсрәтлеләр бәхетле,
сөнки улар йыуаныс табыр.
5 cБаҫалҡылар бәхетле,
сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
6 dДөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле,
сөнки улар туйыныр.
7 eШәфҡәтлеләр бәхетле,
сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
8 fСаф күңеллеләр бәхетле,
сөнки улар Алланы күрер.
9Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле,
сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
10Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.

11Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. 12Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.

Copyright information for BakIBT2023