Matthew 5:38-48
Үс алырға ярамау
(Лк 6:29-30)
38 aҺеҙҙең «Күҙ өсөн – күҙ, теш өсөн – теш» тигәнде ишеткәнегеҙ бар. 39 bӘ Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй. 40Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫкө кейемеңде лә бир. 41Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт. 42Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.Дошмандарҙы яратыу
(Лк 6:27-28, 32-36)
43 c«Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар. 44Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ. 45Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни? 48 dШуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023