‏ Matthew 6:25-34

Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре

(Лк 12:22-31)

25Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? 26 aҠоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? 27Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 28Ниңә кейем тип ҡайғыраһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. 29 bӘммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. 30Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?

31Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ. 32Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә. 33Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер. 34Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.

Copyright information for BakIBT2023