‏ Matthew 7:16-20

16Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән – йөҙөм, билсәндән инжир йыялармы ни? 17Бына шулай, яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә насар ағас насар емеш бирә. 18Яҡшы ағас насар емеш бирмәй, насар ағас яҡшы емеш бирмәй. 19Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар. 20Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.

Copyright information for BakIBT2023