Matthew 7:22-23
22Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хакимым! Раббым! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр. 23Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен.
Copyright information for
BakIBT2023