Matthew 7:24-27
Ике төҙөүсе
(Лк 6:47-49)
24Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар. 25Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған. 26Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар. 27Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
Copyright information for
BakIBT2023