Matthew 8:23-27
Ғайсаның дауылды туҡтатыуы
(Мрк 4:36-41; Лк 8:22-25)
23Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды. 24Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар килеп бәрелеп, кәмә эсенә һыу тулды. Был мәлдә Ғайса йоҡлай ине. 25Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар. 26 a– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты. 27Барыһы ла хайран ҡалып: – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.
Copyright information for
BakIBT2023