Matthew 8:28-34
Ен эйәләшкән ике кеше
(Мрк 5:1-17; Лк 8:26-37)
28Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән ▼▼ Ҡәбер мәмерйәһе – ул дәүерҙә мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар.
Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар шул тиклем ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмаған. 29– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар. 30Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. 31Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип ялбарҙы. 32– Барығыҙ, – тине Ғайса уларға. Ендәр, кешеләрҙән сығып, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде. 33Сусҡа ҡараусылар иһә ҡалаға йүгерҙеләр һәм унда, ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да ҡушып, барыһын да һөйләп бирҙеләр. 34Бөтә ҡала халҡы Ғайсаны ҡаршыларға сыҡты. Уны күргәс, үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбарҙылар.
Copyright information for
BakIBT2023