Matthew 8:5-13
Йөҙ башының ышанысы
(Лк 7:1-10; 13:28-29)
5Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙ башы ярҙам һорап килде. 6– Әфәндем! – тине ул. – Хеҙмәтсемде фалиж һуҡты, әле минең өйөмдә ята, бик ныҡ интегә. 7– Ярар, барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса. 8– Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр. 9Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй. 10Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ. 11 aӘммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр. 12Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине. 13Йөҙ башына Ғайса: – Бар, ҡайт, ышаныуыңа күрә булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты.
Copyright information for
BakIBT2023