‏ Matthew 9:18-26

Үлгән ҡыҙ һәм ауырыу ҡатын

(Мрк 5:22-43; Лк 8:41-56)

18Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды:

– Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер.

19Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте. 20Шул мәлдә ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын, Ғайсаның артынан килеп, Уның кейеменең салғыйына ҡағылды. 21Ул эстән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. 22Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп:

– Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине.

Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде.

23Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе.

24– Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына.

Унан көлөргә тотондолар.
25Кешеләр өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотҡайны, ҡыҙ урынынан торҙо. 26Был хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.

Copyright information for BakIBT2023