Nehemiah 11:3-19
3– 4Шулай итеп, исраилдарҙың бер өлөшө, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре Йәһүҙә ҡалаларында, үҙ биләмәләрендә, ә Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуынан ҡайһы берәүҙәр Йәрүсәлимдә төпләнеп ҡалды. Йәрүсәлимдә йәшәгән өлкә башлыҡтары түбәндәгеләр: Йәһүҙә ырыуынан: Ғаҫаяһ, ул – Ғуззияһ улы, Ғуззияһ – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Амаръяһ, Амаръяһ – Шефатъяһ, Шефатъяһ – Маһалалил, Маһалалил – Пәрәс нәҫеленән ине. 5Шела нәҫеленән Мағасеяһ, ул – Барух улы, Барух – Кол-Хозе, Кол-Хозе – Хазаяһ, Хазаяһ – Ғадаяһ, Ғадаяһ – Йоярив, Йоярив – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Шела нәҫеленән ине. 6Пәрәс нәҫеленән Йәрүсәлимдә төпләнгәндәр дүрт йөҙ алтмыш һигеҙ кеше, улар ҡаһарман яугирҙәр ине. 7Бинйәмин ырыуынан: Саллу, ул – Мешуллам, Мешуллам – Йоғыд, Йоғыд – Педаяһ, Педаяһ – Ҡолаяһ, Ҡолаяһ – Мағасеяһ, Мағасеяһ – Иҫиил, Иҫиил – Йешағъяһ улы ине. 8Унан һуң Габбай, Саллай – туғыҙ йөҙ егерме һигеҙ кеше. 9Зихри улы Йоил улар өҫтөнән етәксе ине, ә Йәһүҙә, Һассенуа улы, ҡалала башлыҡтың ярҙамсыһы булды. 10Ҡаһиндарҙан: Йоярив улы Йедағъяһ, Яхин, 11Алла йортоноң мөдире Сераяһ, ул – Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешуллам, Мешуллам – Садоҡ, Садоҡ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Ахитув улы ине. 12Алла йортонда хеҙмәт итеүсе ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә улар һигеҙ йөҙ егерме ике кеше ине. Шулай ук Ғадаяһ, ул – Йерохам улы, Йерохам – Пелалъяһ, Пелалъяһ – Амси, Амси – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Пашхур, Пашхур – Малкияһ улы ине. 13Нәҫел башлыҡтары булған ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә, улар ике йөҙ ҡырҡ ике кеше ине. Шулай уҡ Ғамашсай. Ул – Ғазарил улы, Ғазарил – Ахзай, Ахзай – Мешиллемоҫ, Мешиллемоҫ – Иммер улы ине. 14Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине. 15Левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡам, Ғазриҡам – Хашавъяһ, Хашавъяһ Бунни улы ине. 16Левиҙәрҙең башлыҡтарынан Шаббеҫай менән Йозавад Алла йортонда тыштағы эштәргә етәкселек итте; 17доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине. 18Изге ҡалала бөтәһе ике йөҙ һикһән дүрт леви йәшәне. 19Ҡорамдың ҡапҡа һаҡсылары: Ғаҡҡув менән Талмон һәм уларҙың ҡапҡа һаҡлаусы ағай-энеләре бөтәһе йөҙ етмеш ике кеше ине.
Copyright information for
BakIBT2023