‏ Numbers 16:41-49

41Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте:

– Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.

42Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған. 43Муса менән Һарун Осрашыу сатыры алдына килде. 44Раббы Мусаға:

45– Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине.

Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды.

46Муса Һарунға:

– Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине.

47Һарун йәһәт кенә Муса әйткәнде алды ла халыҡ яғына йүгерҙе, халыҡҡа үләт төшә башлағайны инде. Һарун хуш еҫле матдәләрҙе ҡуҙ өҫтөнә һалып, халыҡты пакландырыу йолаһын үтәне. 48Ул тереләр менән үлеләр араһына баҫты – ҡырғын туҡталды. 49Был үләттән, Ҡорах менән һәләк булғандарҙан тыш, ун дүрт мең ете йөҙ кеше һәләк булды.
Copyright information for BakIBT2023