‏ Numbers 25:1-9

Исраилдарҙың Пеғор Бәғеленә табыныуы

1Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы. 2Ҡыҙҙар уларҙы үҙ илаһтарына килтерелгән ҡорбан табындарына саҡырҙы, халыҡ шул ҡорбан ризыҡтарын ашаны, уларҙың илаһтарына баш эйҙе. 3Исраилдар Пеғор Бәғеленә табына башланы. Раббының шул арҡала исраилдарға асыуы ҡабарҙы.

4Раббы Мусаға былай тине:

– Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр.

5Муса Исраил башлыҡтарына:

– Һәр берегеҙ үҙ кешеләрегеҙ араһында Пеғор Бәғеленә табынғандарҙың бөтәһен дә үлтерегеҙ, – тине.

6Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты. 7Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас, быны күреп, йәмғиәт араһынан ҡуҙғалды һәм ҡулына һөңгө алды ла 8баяғы исраил ире артынан сатыр эсенә инде һәм икеһен дә, исраилды ла, ҡатынды ла ҡорһаҡтарына сәнсеп үлтерҙе. Ошонан һуң исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды. 9Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине.

Copyright information for BakIBT2023