‏ Numbers 35:1-8

Левиҙәргә бирелгән ҡалалар

1Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Раббы Мусаға былай тине:

2– Исраилдарға бойороҡ бир, мөлкәт итеп алған биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар, ҡалалар тирәләй көтөүлектәр бүлһендәр: 3ҡалалар уларға йәшәр өсөн, көтөүлектәр уларҙың мал-тыуары, көтөүҙәре һәм башҡа хайуандары өсөн булыр. 4Ҡалалар янында левиҙәргә бирелергә тейешле көтөүлектәр ҡала диуарынан алып һәр яҡҡа ла меңәр терһәккә һуҙылырға тейеш. 5Ҡала көтөүлек уртаһында ҡалырлыҡ итеп, уның диуарынан көнсығышҡа, көньяҡҡа, көнбайышҡа һәм төньяҡҡа икешәр мең терһәк ер үлсәп сик билдәләгеҙ – ҡала тирәһендәге был ерҙәрҙә левиҙәрҙең көтөүлектәре булыр.

Һыйыныу ҡалалары

6Левиҙәргә һеҙ бирәһе ҡалаларҙан алтауһы һыйыныу өсөн булыр – кеше үлтереүселәргә һеҙ шунда ҡасырға рөхсәт итерһегеҙ. Левиҙәргә был алтауҙан тыш тағы ла ҡырҡ ике ҡала бирегеҙ. 7Шулай итеп, левиҙәргә көтөүлектәр менән бергә һеҙ бирергә тейешле ҡалалар бөтәһе ҡырҡ һигеҙ булыр. 8Исраилдар биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар биргәндә ҙурыраҡ ырыуҙарҙан – күберәк, бәләкәйерәгенән аҙыраҡ бирегеҙ. Һәр ырыу, ниндәй биләмә алыуынан сығып, левиҙәргә үҙ ҡалаларынан өлөш бирһен.

Copyright information for BakIBT2023