Psalms 104:1-15
1Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ,Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!
2Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ,
Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
3Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ,
Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
4Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ,
Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
5– 6Эй ҡоло Ибраһимдың тоҡомо,
Ул һайлап алған Яҡуп улдары,
Ул ҡылған мөғжизәләрҙе,
Ул биргән билдәләрҙе,
Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!
7Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы,
Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә.
8– 9Ул Үҙенең килешеүен,
Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен,
Ибраһим менән төҙөгән килешеүен,
Исхаҡҡа биргән антын мәңге онотмай.
10Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы,
Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек!
11Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм,
Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр».
12Ул заманда һандары аҙ, бик аҙ ине,
Был илдә улар бары килмешәк булды.
13Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә,
Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа.
14Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне,
Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо:
15«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ,
Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».
Copyright information for
BakIBT2023